Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса республика ГТО-ны тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙең 85 субъекты араһында 15-се урын алған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Мәскәүҙә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы йәмәғәт тыңлауҙары ултырышы үтте. Сара барышында Башҡортостандың ГТО комплексын алға ебәреүҙең яңы формаларын индереү буйынса тәжрибәһен бөтә илгә таратырға кәрәклеге билдәләнде, тип хәбәр итә БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Бөгөн республикала “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә 68 үҙәк булдырылған.
“ГТО нормативтары тапшырыуҙа ҡатнашыусылар һанын арттырыуҙы дауам итәбеҙ. 2023 йылда 144 711 кеше ҡатнашты, был 2022 йылдағыға ҡарағанда 15 процентҡа артығыраҡ. 315 858 ГТО билдәһе тапшырылған”, – ти Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/736328#scroll.