1-се синыфҡа электрон яҙылыу әүҙем бара.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ата-әсәләр һәм опекундар мәктәптәргә документтар ҡабул итеү башланғас та ике көндә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша 11038 электрон ғариза ебәргән. Был үткән йылдағыға ҡарағанда 2,3 меңгә артығыраҡ, тип хәбәр итә БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Дәүләт хеҙмәттәре порталын үҫтереү, социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү, шулай уҡ яңы сервистар булдырыу – “Һанлы иҡтисад” милли проектының төп бурыстарының береһе.
Башҡортостанда “Балаларҙы мәктәпкә яҙыу” хеҙмәте ике платформала ҡабул ителә: дәүләт хеҙмәттәре төбәк порталында (https://gosuslugi.bashkortostan.ru/#/shortCard/111000000000000101 ) һәм берҙәм федераль порталда (https://esia.gosuslugi.ru/login/ ).
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/733663#scroll.