+30 °С
Болотло
Милли проекттар
5 Апрель 2024, 09:38

Ун меңдән ашыу вакансия тәҡдим итәләр

Саралар шулай уҡ Башҡортостандың 62 ауыл һәм ҡалаһында ойошторола. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ун меңдән ашыу вакансия тәҡдим итәләрУн меңдән ашыу вакансия тәҡдим итәләр
Ун меңдән ашыу вакансия тәҡдим итәләр

Саралар шулай уҡ Башҡортостандың 62 ауыл һәм ҡалаһында ойошторола.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

12 апрелдә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Демография” милли проекты сиктәрендә “Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр заманы” Бөтә Рәсәй йәрминкәһенең беренсе этабы үтә. Саралар шулай уҡ Башҡортостандың 62 ауыл һәм ҡалаһында ойошторола. Йәрминкәлә ҡатнашыу өсөн меңдән ашыу эш биреүсе теркәлгән, улар эш эҙләүселәргә ун меңдән ашыу вакансия тәҡдим итергә әҙер.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, беҙҙә бөгөн иң юғары ихтыяж – машина төҙөү өлкәһе предприятиелары өсөн белгестәрҙә. Статистика буйынса республикала уртаса бер эшһеҙгә дүрт вакансия тура килһә, был тармаҡта иһә  бер кешегә һигеҙ буш эш урыны тура килә. Шуға ла бындай акцияларға уҡыу йорттары ла әүҙем йәлеп ителә.

Йәрминкәлә компаниялар нефть-газ сығарыу, машина төҙөү, аҙыҡ-түлек һәм еңел сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәтләндереү, йәмәғәт туҡланыуы һәм башҡа өлкәләрҙә вакансиялар тәҡдим итмәксе, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Йәрминкәнең төбәк этабы һөнәрҙәр фестивале менән берләштерелә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/735078#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас