Быға дәүләт ярҙамы саралары ла булышлыҡ итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Бөгөн Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 136 мең эшҡыуар иҫәпләнә. Уларҙың һаны буйынса республика Волга яны округында икенсе урынды биләй.
Биш йыл эсендә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 7,5 процентҡа артҡан. Бында “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары ла ҙур роль уйнай, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/735388#scroll.