Уны Туймазы районының Собханғол ауылында шәхси эшҡыуар Гөлнара Яҡупова асҡан.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Туймазы районында “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелгән “Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереүсе иң яҡшы предприятие” бәйгеһе үткәрелде. Шәхси эшҡыуар Гөлнара Яҡупованың “Мәҙинә” коворкингы “Ауылда халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереүсе предприятие” номинацияһында еңеп сыҡты, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Эшҡыуар көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһендә егерме йылдан ашыу эшләй, шуға ла барлыҡ нескәлектәр менән таныш. Тәүҙә ул ҡуртымға алынған бинала бөҙрәхана аса. Йылдар дауамында һәр йәштәге кешеләрҙе, шул иҫәптән пенсионерҙарҙы, һаулыҡ иөикинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереү тәжрибәһе туплай. 2021 йылда “социаль предприятие” статусы ала.
Ауылдаштарының теләген ишетә йөрөп, йүнсел ҡатында тегенселәрҙе, аяҡ кейеме йүнәтеүселәрҙе, сәс ҡырҡыусыларҙы, маникюр оҫталарын бер урынға йыйыу идеяһы тыуа. “Мәҙинә” көнкүреш коворкингы булдырыу проекты “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарала, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ла социаль предприятиеға финанс ярҙам ҡулы һуҙа.
Грант аҡсаһын эшҡыуар бинаға капиталь ремонт үткәреүгә тотона. Бөгөн бында кейем, аяҡ кейеме тегеү һәм йүнәтеү оҫталары, бөҙрәханалар урынлашҡан. Кәрәк саҡта оҫталар клиенттарының өйөнә барып та эшләй – был мөмкинлекте йышыраҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, пенсионерҙар файҙалана.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/731611#scroll.