Өс олимпия резервы спорт мәктәбе өсөн спорт ҡорамалдары, инвентары һәм экипировкаһы алыу ҡарала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә 2024 йылда Башҡортостанда өс олимпия резервы спорт мәктәбе өсөн спорт ҡорамалдары, инвентары һәм экипировкаһы алыу ҡарала. Был маҡсатта 15,5 миллион һум (шул иҫәптән 13 миллион һум – федераль ҡаҙнанан) аҡса тотоноу күҙаллана, тип хәбәр итә БР спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Үткән йылда ла өс олимпия резервы спорт мәктәбе өсөн 15,3 миллион һумлыҡ спорт ҡорамалдары, инвентары һәм экипировкаһы алынған.
Быйыл Башҡортостанда 11 спорт объектын ремонтлауға һәм реконструкциялауға республика ҡаҙнаһынан 125 миллион һум аҡса бүленәсәк. Спорт объекттарын капиталь йүнәтеү шулай уҡ милли проект сиктәрендә башҡарыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/730261#scroll.