+30 °С
Болотло
Милли проекттар
28 Март 2024, 05:57

“Таҙа һыу”

Федераль программа буйынса яңы объекттар төҙөлә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Таҙа һыу”“Таҙа һыу”
“Таҙа һыу”

Федераль программа буйынса яңы объекттар төҙөлә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проектында әүҙем ҡатнаша. Проекттың маҡсатлы күрһәткесе булып үҙәкләштерелгән системанан сифатлы һыу менән тәьмин ителгән  халыҡтың һанын арттырыу тора.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2019 – 2022 йылдарҙа туғыҙ һыу менән тәьмин итеү объекты эксплуатацияға индерелгән. 2023 йылда ун объектта төҙөлөш һәм реконструкция эштәре дауам иткән. Улар Әлшәй, Бөрө, Күгәрсен, Туймазы, Хәйбулла, Өфө, Краснокама, Иглин, Шишмә райондарында һәм Өфөлә урынлашҡан.  Шулай уҡ Ҡыйғы һәм Кушнаренко райондарында яңы объекттар эшләй башлаған. Был маҡсатҡа 1215,2 миллион һум аҡса бүленгән.

2024 йылда Туймазы, Шишмә, Ҡыйғы, Кушнаренко, Бөрө райондарында, Өфө ҡалаһында алты объект төҙөүҙе дауам итеүгә 792,3 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.  

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/727689#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас