Нуриман урман хужалығы биләмәһендә урман янғыны һүндереү буйынса уҡыуҙар башланды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Уҡыуҙарҙа Нуриман, Бөрө, Иглин, Өфө, Борай, Ҡалтасы урмансылары ҡатнаша, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Янғын хәүефен күҙәтеү өсөн 2024 йылда дүрт миллион гектар майҙанда урманды авиация ярҙамында патрулләү ҡарала. Әле 177 берәмек махсус урман янғыны техникаһы әҙерләнгән. Тағы 40 миллион һумға һигеҙ берәмек техника алыу көтөлә, – ти Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Урман янғынынан булған зыянды кәметеү һәм уларҙы беренсе тәүлектә үк һүндереү – “Экология” милли проекты маҡсаттарының береһе.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/728385#scroll.