Туймазы районында үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә бер нисә проект ҡарала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Үҙмәшғүл Айгөл Ғәлимова халыҡҡа мәҙәни-ял итеү хеҙмәте күрһәтеү буйынса проект тәҡдим итә. Ул “Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам” программаһы буйынса субсидия алған. Шулай уҡ “Ауылда” эко-туристик комплексы” проекты күрһәтелә. Йүнсел модулле капиталь булмаған йорттар төҙөүгә грант ярҙамы алырға теләй. “Мастер” етештереү технопаркы эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн офистар һәм етештереү майҙандары тәҡдим итә. Коворкингта ҡуртымға эш урындары бирелә, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә аҙна һайын үтә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/725481#scroll.