

Көнсығыш сығыу юлы буйлап кемдәр түләүһеҙ йөрөй ала?
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов әйтеүенсә, еңел автомобилдәр өсөн көндөҙ үтеү хаҡы – 100, төндә, 00.30 сәғәттән алып 05.30 сәғәткә тиклем ваҡытта 20 һум тәшкил итә, ә йөк машиналары өсөн 250 һәм 50 һум түләү ҡаралған.
Әле махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн түләүһеҙ йөрөү мөмкинлеге ҡарала. Шулай уҡ газ яғыулығында эшләгән автомобилдәрҙә йөрөүселәргә лә был юлдан үтеү бушлай булыуы ихтимал, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Көнсығыш сығыу юлы “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/726023#scroll.