+30 °С
Болотло
Милли проекттар
22 Март 2024, 08:37

Быйыл Башҡортостанда бизнес асыуға 300 социаль килешеү төҙөлгән

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам механизмы Башҡортостанда 2020 йылдан алып тормошҡа ашырыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Быйыл Башҡортостанда бизнес асыуға 300 социаль килешеү төҙөлгәнБыйыл Башҡортостанда бизнес асыуға 300 социаль килешеү төҙөлгән
Быйыл Башҡортостанда бизнес асыуға 300 социаль килешеү төҙөлгән

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам механизмы Башҡортостанда 2020 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Уның төп маҡсаты –  ғаиләгә йә кешегә ярлылыҡтан сығыу өсөн шарттар булдырыу.

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды йыл һайын республикабыҙҙа биш мең кеше ала. Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың 2030 йылға ярлылыҡ кимәлен ике тапҡыр кәметеү буйынса маҡсатлы күрһәткесенә етеүҙең төп механизмы булып тора, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– 2020 – 2023 йылдарҙа 21 меңдән ашыу социаль килешеү төҙөлгән, уларҙың дүрт меңе – шәхси эшҡыуарлыҡ алып барыу тураһында. Программала ҡатнашыусыларға ике миллиард һумдан ашыу аҡса түләнгән, – ти  Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/720059#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас