Шишмә районы Келәш ауылында М.Кәрим исемендәге мәктәпкә спорт ҡорамалдары ҡайтарыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Әле уларҙы һатып алыу эштәре бара, йәйге каникулдар ваҡытында турник, брус, гимнастика эскәмйәһе һәм башҡа ҡорамалдарҙы ҡуйыу ҡаралған, тип хәбәр итә Шишмә районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
– Хәҙерге юғары технологиялар һәм компьютерҙар заманында хәрәкәт етмәү проблемаһы ҙур, был балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең һаулығы боҙолоуына килтерә. Йәштәрҙе, уҡыусыларҙы спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу өсөн беҙ уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ, – ти Шишмә мәғариф идаралығының физик культура һәм спорт буйынса баш белгесе Тимур Ситдиҡов.
Спорт ҡорамалдары “Мәғариф” милли проектының “Һәр уҡыусының уңышы” төбәк проекты сиктәрендә алына.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/718256#scroll.