+30 °С
Болотло
Милли проекттар
21 Март 2024, 04:00

Ауырыуҙы иҫкәртеү еңелерәк

Саҡмағош район үҙәк хәстәханаһына яңы флюорограф алынды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ауырыуҙы иҫкәртеү еңелерәкАуырыуҙы иҫкәртеү еңелерәк
Ауырыуҙы иҫкәртеү еңелерәк

Саҡмағош район үҙәк хәстәханаһына яңы флюорограф алынды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ике ай дауамында яңы ҡорамалда 1200 тикшереү үткәрелгән.

Яңы ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алынды, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 “Һәр ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк. Үҙ һаулығыңа иғтибарлы мөнәсәбәт, профилактик флюорографик тикшереүҙәрҙе ваҡытында үтеү һәм тәүге симптомдарҙы күреү менән табипҡа мөрәжәғәт итеү туберкулез ауырыуының ауыр формаларын булдырыуға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә”, – ти хәстәхананың баш табибы Алина Латипова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/721264#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас