“Нефтекама” йылдам үҫеш биләмәһендә яңы резидент барлыҡҡа килде.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы “Мультимодаль предприятие” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен “Нефтекама” йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе, тип хәбәр итә Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Йылдам үҫеш биләмәһе резиденттарына булышлыҡ итеү “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
“Мультимодаль предприятие” ойошмаһы 2020 йылдан алып эшләй. 2024 йылдан ул ойоҡ-ойоҡбаш продукцияһы сығарыуҙа маҡсуслашҡан. IN_YAKSHI бренды аҫтында сығарылған продукция Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары һәм Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары иҫәбенә ингән.
Ойошмала ГОСТ һәм ТУ-ға ярашлы юғары сифатлы әйберҙәр етештерелә. 2024 – 2030 йылдарҙа инвестор утыҙҙан ашыу эш урыны булдырырға, йылына ике миллион пар күләмендә ойоҡ-ойоҡбаш етештереүгә 125 миллион һум аҡса инвестицияларға йыйына.
Йылдам үҫеш биләмәһе резиденттарына төрлө льготалар, ярҙам саралары ҡаралған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/720782#scroll.