Ҡырмыҫҡалы районында йүнселлек йылдам үҫешә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Район хакимиәтендә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы муниципалитет халҡына социаль килешеү нигеҙендә ярҙам күрһәтеү буйынса комиссия ултырышы үтте, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Комиссия ағзаларына һигеҙ бизнес-план тәҡдим ителә. Үҙ эшен асыуға финанс ярҙамын дүртеһе ала.
Олокүл ауылынан Эльмира Йыһаншина косметика салоны асырға йыйына. Ҡырмыҫҡалынан Зөлфәр Исхаҡов эре мөгөҙлө мал үрсетергә теләй, улар араһында буйволдар һәм яктар ҙа бар. Ҡабаҡ һәм Константиновка ауылдарынан Дилара Макеева менән Галина Ханжина маникюр салоны асмаҡсы.
“Үткән йылда социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса 14 кеше 350 мең һум күләмендә финанс ярҙамы алды. Быйыл 12 кеше ярҙам алып та өлгөрҙө инде. Был районыбыҙҙа эшҡыуарлыҡтың йылдам үҫешеүен аңлата”, – тиҙәр райоы хакимиәтендә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/721459#scroll.