+30 °С
Болотло
Милли проекттар
18 Март 2024, 08:21

Уңыштар көттөрмәҫ

Өфө музыка мәктәптәренә музыка ҡоралдары, заманса ҡорамалдар  алына. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Уңыштар көттөрмәҫУңыштар көттөрмәҫ
Уңыштар көттөрмәҫ

Өфө музыка мәктәптәренә музыка ҡоралдары, заманса ҡорамалдар  алына.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2024 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу-методик әсбаптар алыуға 14 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, субсидияларҙы Н.Сабитов исемендәге 1-се, 4-се, 10-сы, 13-сө, 14-се, 15-се балалар музыка мәктәптәре ала.

– Федераль финанс ярҙамы йыл һайын балалар музыка мәктәптәрендә музыка ҡоралдарын, ҡорамалдарҙы яңыртырға мөмкинлек бирә. Был уҡыусыларға һәм педагогтарға оҫталығын арттырырға, фестиваль һәм конкурстарҙа яңы уңыштарға ирешергә ярҙам итә, – тип билдәләйҙәр Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығында.

Фото һәм сығанаҡ –   https://contenta.info/press_releases/719167#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас