Ишембайҙа “Өләсәйем һандығы” район-ҡала ижади бәйгеһе үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
ЭтноСмарт үҙәк модель китапханаһында үткән сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге. Сараны үткәреүҙең маҡсаты – халыҡ ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау һәм тергеҙеү, рухи ҡиммәттәрҙе пропагандалау.
“Бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар боронғоға мауыҡтырғыс сәйәхәт ҡылды. “Өләсәйем һандығы”конкурсында ҡатнашыусыларға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ”, – ти сараны ойоштороусылар.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/718903#scroll.