+30 °С
Облачно
Милли проекттар
18 Марта 2024, 10:14

Спортсыларға бүләк

Өфөлә “ФИЗРА-Р” спорт үҙәге асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Спортсыларға бүләкСпортсыларға бүләк
Спортсыларға бүләк

Өфөлә “ФИЗРА-Р” спорт үҙәге асылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Максим Рыльский урамында урынлашҡан объект муниципалитеттың инвесторҙар менән эшләүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Уны тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Спорт министрлығының “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” федераль программаһы буйынса субсидияһы йәлеп ителә. Был эштәр “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.

Спорт комплексының дөйөм майҙаны – өс мең квадрат метр самаһы. Футбол манежы 40х25 һәм 31х17 метрлыҡ ике майҙандан тора. Тренажерҙар зонаһы, дүрт сисенеү бүлмәһе, санузел, медпункт, инвентарь һаҡлау урыны бар. Комплекс көнөнә 960 кешене ҡабул итә ала. Йәш спортсылар футбол менән түләүһеҙ шөғөлләнә ала.

– Был физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөүгә бер йыл да китмәне, дөйөм алғанда “Бизнес-спринт” программаһы буйынса Өфөлә өс спорт объекты төҙөләсәк. Башҡортостан Башлығына беҙҙең башланғысты күтәреп алғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерге килә. Бында бөгөндән башлап балалар шөғөлләнә ала. Был ҡалабыҙҙың 450 йыллығына бик яҡшы бүләк, – ти Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/719151#scroll.

Спортсыларға бүләк
Спортсыларға бүләк
Спортсыларға бүләк
Спортсыларға бүләк
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас