Учалыла балалар өсөн традицион булмаған техникала һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Учалы ауылының Башҡорт гимназияһында уҡыусылар өсөн “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткән оҫталыҡ дәресе “Буяуҙарҙың һыуҙа бейеүе” тип атала, тип хәбәр итә Учалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Рәссам Зилә Монасипова эбру техникаһының барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштыра, ниндәй буяуҙар ҡулланылыуы, уларҙың нисек етештерелеүе, ҡулланылыуы тураһында һөйләй. Был серҙәрҙе белгәндән һуң ижади эшкә тотоналар.
“Был ғәҙәти булмаған ижади эште һәр баланың оҡшатыуында шик юҡ. Һүрәттәрҙе ҡағыҙға ғына түгел, туҡымаға ла төшөрөргә була”, – ти Зилә Монасипова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/715345#scroll.