+30 °С
Болотло
Милли проекттар
15 Март 2024, 10:21

Етәкселәр ҙә уҡый

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса 11 предприятие етәксеһе квалификацияһын күтәрә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Етәкселәр ҙә уҡыйЕтәкселәр ҙә уҡый
Етәкселәр ҙә уҡый

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса 11 предприятие етәксеһе квалификацияһын күтәрә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Етештереүсәнлек лидерҙары” идара итеү кадрҙары әҙерләү программаһы буйынса уҡыуҙар башланды. Ул илдең 44 төбәгенән 200 етәксене берләштерә. Башҡортостандан уҡыуҙарҙа 11 кеше ҡатнаша, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Уҡыу барышында етәкселәр стратегия, маркетинг, етештереү һәм персонал менән идара итеү өлкәһендә белемен нығыта.

26 мартта уҡыуҙың икенсе төркөмө эш башлай. Уҡыу өсөн ғаризаны https://xn--b1aebchfdb0anhedfepb3aekf2e9h.xn--p1ai/  сайтында тапшырырға мөмкин.  

Милли проектта ҡатнашыусылар өсөн уҡыу түләүһеҙ.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/717567#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас