Башҡортостанда 250 яңы автобус 52 район һәм ҡала халҡын хеҙмәтләндереүгә ҡушылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
192 “Вектор NEXT” автобусы һәм 58 “ГАЗель” микроавтобусы “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә махсус ҡаҙна кредиты буйынса алынған, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Барлыҡ техника Евро-5 экология стандартына тап килә, тахографтар, ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған. Транспорт хеҙмәтен яҡшыртыу буйынса эш 2019 йылдан алып башҡарыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төрлө федераль программаларҙа ҡатнашабыҙ. Биш йыл эсендә “Башавтотранс” ДУП-ының 1400 автобусын яңырттыҡ. Был маҡсатҡа 9,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелде, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
2024 йылда тағы ла 230 автобус алыу күҙаллана.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/718302#scroll.