15 – 17 мартта йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү үтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүселәр 2025 йылда төҙөкләндереү кәрәк тип тапҡан парк, сквер, майҙансыҡты һайлай. Был сара “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда быйыл 216 объект өсөн тауыш бирергә мөмкин. Улар араһынан иң күп тауыш йыйған 120 йәмәғәт урыны һайлап алына.
Тауыш биреү пункттары адрестары Национальныепроекты.РФ, шулай уҡ муниципаль берәмектәр сайттарында күрһәтелгән.
Һуңғы биш йыл эсендә Башҡортостанда 683 йәмәғәт урыны яңыртылған, бының өсөн ете миллиард һум аҡса тотонолған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/715449#scroll.