Дәүләкән районында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы ҡышҡы фестивале үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Фестивалде ойоштороуҙың маҡсаты булып уҡыусыларҙы физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу, әүҙем йәшәү рәүешен популярлаштырыу тора, тип хәбәр итә Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.
“ГТО билдәһе – кешенең әүҙем йәшәү позицияһы, сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыуы, ныҡлы һаулығы һәм рух ныҡлығы күрһәткесе”, – тип билдәләй ойоштороусылар.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/716481#scroll.