+30 °С
Болотло
Милли проекттар
13 Март 2024, 09:23

“Дәүләт хеҙмәттәре” популяр

Үткән йылда Башҡортостан халҡы порталда 5,4 миллион заявка ҡалдырған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Дәүләт хеҙмәттәре” популяр“Дәүләт хеҙмәттәре” популяр
“Дәүләт хеҙмәттәре” популяр

Үткән йылда Башҡортостан халҡы порталда 5,4 миллион заявка ҡалдырған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2023 йылда “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында 150 кеше теркәлгән. Хеҙмәттәрҙе электрон форматҡа күсереү йәшәү сифатын яҡшырта һәм кәрәкле документтарҙы юллауҙа уңайлыҡтар булдыра. Дәүләт хеҙмәттәрен цифрлаштырыу “РФ һанлы иҡтисады” милли проекты бурыстарына инә, тип хәбәр итә БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– 2023 йылда порталда 5,4 миллион ғариза тапшырылған. Иң популяр хеҙмәт булып “Табипҡа яҙылыу” тора, уның менән 2,9 миллион тапҡыр ҡулланғандар, – ти Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Порталда әле 248 төрлө хеҙмәт күрһәтелә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/715688#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас