Ҡалтасы районы Бабай ауылында саңғы ярышы үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡалмыябаш ауыл советының район советы депутаты Павел Петров призына саңғы буйынса асыҡ беренселеге “Демография” милли проекты сиктәрендә үтә.
Ярышта мәктәп уҡыусылары, Ҡалмаш, Ҡалмыябаш, Ҡалтасы, Краснохолмск ауылдары халҡы ҡатнаша, улар араһында оло йәштәгеләр ҙә бар.
Ойоштороусыларҙың маҡсаты – мөмкин тиклем күп халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә, физик культураға ылыҡтырыу, саңғыла йөрөүҙе популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дистанцияны лайыҡлы үтте. Еңеүселәргә һәм призерҙарға грамоталар, приздар тапшырылды, тип хәбәр итә Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Саңғыла йөрөү йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын, мускулдарҙы нығыта. Шулай уҡ сыҙамлылыҡ арта. Саңғыла йөрөү һәр йәштәге кеше өсөн дә килешә, был шөғөлгә 60 – 65 йәштә лә тотонорға мөмкин”, – тип билдәләй ойоштороусылар.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/715444#scroll.