+30 °С
Болотло
Милли проекттар
12 Март 2024, 07:08

Йүнселдәр һаны арта

Башҡортостанда алты йыл эсендә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса 4,7 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Йүнселдәр һаны артаЙүнселдәр һаны арта
Йүнселдәр һаны арта

Башҡортостанда алты йыл эсендә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса 4,7 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Бөгөн төбәктә 136 мең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты эшләй. Уларҙың һаны 2018 йылдан алып 9,2 мең берәмеккә, йәғни 7,3 процентҡа артҡан. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәй Федерацияһында 10-сы урында килә. Бындай һөҙөмтәләргә ирешеүгә төбәктә эшләгән ярҙам саралары системаһы булышлыҡ итә, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Үҙмәшғүлдәр институты ла әүҙем үҫешә. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2023 йылда үҙмәшғүлдәр һаны 186,1 меңгә еткән. 2021 – 2023 йылдарҙа социаль предприятиелар ресстрына ингән 428 кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектына грант рәүешендә 200,7 миллион һум финанс ярҙамы бүленгән. Милли проект сиктәрендә 2019 йылдан алып 13 муниципалитетта “Минең бизнесым” үҙәге офистары ойошторолған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/712003#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас