Татлы ризыҡ Афғанстанға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Монголияға, Тажикстанға экспортлана.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сит илгә агросәнәғәт комплексы продукцияһын сығарыуҙы арттырыу буйынса “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда “Агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проекты эшләй.
Республикала төп экспорт продукцияларының береһе булып шәкәр тора. Үткән йылда 71 тонна шәкәр Афғанстанға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Монголияға, Тажикстанға оҙатылған. Сит илдәргә шулай уҡ сөгөлдөрҙөң грануллы һығындылары ла ебәрелә.
Республиканың шәкәр заводтары етештереү миҙгелен япҡан. Шишмә шәкәр заводы һәм “Раевсахар” компанияһы 2023 йылғы уңышты эшкәртеп бөткән. Предприятиелар 227 мең тонна шәкәр шәкәр алған, был алдағы йылға ҡарағанда 11,4 процентҡа артығыраҡ. Был миҙгелдә алынған шәкәр күләме төбәк халҡына кәрәк булғанға ҡарағанда бер нисә тапрҡыр артығыраҡ, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/713035#scroll.