Башҡортостанда биш йыл эсендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 10 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы алынған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса Башҡортостанда биш йыл эсендә һигеҙ поликлиника, бер район хәстәханаһы, ике ауыл табип амбулаторияһы, 37 капиталь фельдшер-акушер пункты төҙөлгән. Бынан тыш, “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһы буйынса 353 тиҙ төҙөлә торған модулле конструкциялы һаулыҡ һаҡлау объекты ҡуйылған, 64 медицина учреждениеһына капиталь ремонт яһалған, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Милли проектты тормошҡа ашырыуҙа медицина ҡорамалдарын яңыртыуға айырыуса иғтибар бүленә. Ошо биш йыл эсендә республикаға ун меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы алынған, улар араһында 22 компьютер томографы, ун магнит-резонанс томографы, ете ангиограф һәм башҡалар бар.
Дауаханалар һәм поликлиникалар автопаркы ла киңәйтелгән – 352 берәмек автомобиль транспорты алынған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/714474#scroll.