+30 °С
Болотло
Милли проекттар
7 Март 2024, 03:30

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар”

2023 йылда Башҡортостанда милли проект буйынса 161 саҡрым юл йүнәтелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар”“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар”
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар”

2023 йылда Башҡортостанда милли проект буйынса 161 саҡрым юл йүнәтелгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Подряд ойошмалары юл япмаларын яңырта, ситтәрен нығыта, горизонталь юл билдәләре ҡуя. Был эштәргә 11,1 миллиард һум аҡса күсерелгән, уның 6,5 миллиарды – федераль бюджеттан, тип хәбәр итә БР Юл һәм транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Юл хеҙмәткәрҙәре туристик объекттарға алып барған трассаларҙағы юл участкаларын ремонтлауға айырыуса иғтибар бүлә. 2023 йылда милли проект сиктәрендә Өфө – Инйәр – Белорет юлының 24 километр, Благовещен – Павловка трассаһында алты саҡрым, Өфө – Бөрө – Яңауыл йүнәлеше буйынса 23 километр юл участкаһы тәртипкә килтерелгән. Был эш 2024 йылда ла дауам итә, – ти БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Үткән йылда милли проект буйынса ете күпер норматив хәлгә килтерелгән.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/711742#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас