Ҡалтасыла матур сара үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Бәләкәс принцессалар балы һәм рыцарҙар турниры” “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторола. Унда сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар ҡатнаша. Улар – иң ҡыйыу, көслө рыцарҙар һәм иң матур, нескә принцессалар, тип хәбәр итә Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Бәләкәс һылыуҡайҙар матурлыҡ салонында була, унда ҡыҙҙарҙың сәстәрен бөҙрәләтеп, биҙәндерәләр. Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән бергә таж һәм сәскә композицияһы ла эшләйҙәр. “Эрвий” өлгөлө бейеү ансамбле балетмейстеры Юлия Пайназова бейеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Мәҙәниәт йортоноң мультипликация студияһы етәксеһе Ангелина Шумкова йәнһүрәттең нисек төшөрөлөүен күрһәтә. Ә фойела был көндө иҫтәлеккә ҡалдырып, фотоға төшөргә мөмкинлек булдырыла.
“Ҡыҙҙар һәм малайҙар мөғжизәле мөхиткә сумды, был көн матур хис-тойғоларға тулды. Ҡатнашыусылар бүләктәр ҙә алып ҡыуанды”, – ти район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фәйрүзә Ғафарова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/712311#scroll.