+30 °С
Болотло
Милли проекттар
6 Март 2024, 11:04

“Ижади проект театрҙың статусын күтәрергә, эште уңайлы, ҡыҙыҡлы итеп ойошторорға ярҙам итә”

2017 йылдан алып Туймазы дәүләт татар драма театры “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проектында ҡатнаша. Ете йыл эсендә театрға 31,9 миллион һум аҡса бүленгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Ижади проект театрҙың статусын күтәрергә, эште уңайлы, ҡыҙыҡлы итеп ойошторорға ярҙам итә”“Ижади проект театрҙың статусын күтәрергә, эште уңайлы, ҡыҙыҡлы итеп ойошторорға ярҙам итә”
“Ижади проект театрҙың статусын күтәрергә, эште уңайлы, ҡыҙыҡлы итеп ойошторорға ярҙам итә”

2017 йылдан алып Туймазы дәүләт татар драма театры “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проектында ҡатнаша. Ете йыл эсендә театрға 31,9 миллион һум аҡса бүленгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Саралар “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Бүленгән аҡсаға театр матди-техник базаһын нығыта, кәрәкле ҡорамалдар, костюмдар, декорациялар һатып ала. Театрҙың ҙур залында уңайлы кәнәфиҙәр ҡуйылған. Гастролдәргә йөрөр өсөн уңайлы автобус та алынған.

– Федераль проект Туймазы театрына 12 шәп спектакль сығарырға булышлыҡ итте. “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” ижади проекты театрҙың статусын күтәрергә, эште уңайлы, ҡыҙыҡлы итеп ойошторорға ярҙам итә, – ти театр директоры Руслан Вәхитов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/712280#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас