“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар йыл һайын “Экспортты үҫтереү акселераторы” программаһын үтә ала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Уҡыуҙарҙы Рәсәй экспорт үҙәге (РЭЦ) Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Экспорт мәктәбе менән берлектә үткәрә, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Программаның төп бурысы булып “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусыларҙы экспорт эшмәкәрлегенә әҙерләү һәм яңы экспорт килешеүҙәре төҙөү тора. Уҡығандан һуң ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн яңы мөмкинлектәр аса, сит ил партнерҙары таба алыр. Программа уҡытыуҙы, практиканы һәм предприятие эшенә ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Тәжрибәле остаздар, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендә эксперт-практиктар предприятиеларға экспорт проектының һәр этабын үтеүҙә һәм хаталарҙан азат булыуҙа ярҙам итәсәк. Был башланғыс республикаға экспорт күләмен арттырырға һәм халыҡ-ара сауҙала позицияһын нығытырға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/712309#scroll.