+30 °С
Болотло
Милли проекттар
4 Март 2024, 03:30

Йүнселдәр күбәйә

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын 2,9 процентҡа арттырыу күҙаллана. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Йүнселдәр күбәйәЙүнселдәр күбәйә
Йүнселдәр күбәйә

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын 2,9 процентҡа арттырыу күҙаллана.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны артыуы күҙәтелә. 2022 йыл менән сағыштырғанда уларҙың һаны 6,4 процентҡа артҡан һәм 136 мең эшҡыуарҙы тәшкил иткән. 2024 йыл аҙағына тиклем был һанды 2,9 процентҡа арттырып, 140 меңгә еткереү планлаштырыла.

Был хаҡта БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы коллегияһы йомғаҡлау ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итә.

– Бөгөн Башҡортостанда 136 мең эшҡыуар, 186 меңдән ашыу үҙмәшғүл иҫәпләнә. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләгәндәрҙән килгән һалым 2023 йылда 9,5 процентҡа артты һәм 16,2 миллиард һум тәшкил итте, – тип хәбәр итә Андрей Назаров.

Йомғаҡлау коллегияһында шулай уҡ федераль һәм төбәк ведомстволарынан, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураларынан, вуздарҙан вәкилдәр, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, бизнес-шерифтар һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/707426#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас