+30 °С
Облачно
Милли проекттар
4 Марта 2024, 04:30

Уңайлы ял өсөн

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Яҡтыкүл буйында глэмпинг төҙөү тураһында проект ҡаралды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Уңайлы ял өсөнУңайлы ял өсөн
Уңайлы ял өсөн

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Яҡтыкүл буйында глэмпинг төҙөү тураһында проект ҡаралды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Әбйәлил районындағы Яҡтыкүл буйында ял итергә теләгән туристар һаны йылдан-йыл арта бара. Уңайлы һәм тыныс ял тәьмин итер өсөн глэмпинг төҙөргә теләйем. Заманса модулле йорттар, мангал зонаһы, балалар майҙансығы, парковкаһы булған ял итеү урыны булдырырға ниәтем”,  – ти эшҡыуар Рушан Ямалов.

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә белгестәргә был проектты өйрәнергә, уны тормошҡа ашырыуҙа мәғлүмәти-консультацион ярҙам күрһәтергә ҡушылды, тип хәбәр итә  Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/709032#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас