+30 °С
Болотло
Милли проекттар
29 Февраль 2024, 11:40

Яңы милли проект – “Кадрҙар”

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә яңы милли проект эш башлауы хаҡында белдерҙе. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Яңы милли проект – “Кадрҙар”Яңы милли проект – “Кадрҙар”
Яңы милли проект – “Кадрҙар”

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә яңы милли проект эш башлауы хаҡында белдерҙе.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“2030 йылда илдә 20 – 24 йәштәге 8,3 миллион граждан буласаҡ, 2035 йылда уларҙың һаны 9,7 миллионға етә. Был, әлбиттә, үткән йылдарҙағы демографик саралар һөҙөмтәһе. Беҙгә был балаларҙың үҙ эшенең оҫтаһы булып үҫеүе кәрәк. Яңы милли проектты ошоға йүнәлтәбеҙ.

Быйылғы уҡыу йылынан алып илдең бөтә мәктәптәрендә лә профориентация системаһы индерелде. Балалар 6-сы синыфтан башлап төрлө һөнәрҙәр менән таныша ала. Төрлө предприятиелар, медицина һәм фән үҙәктәре етәкселәренә мөрәжәғәт итәм – үҙегеҙгә уҡыусыларҙы саҡырығыҙ, балалар цехтарҙы, завод музейҙарын, лабораторияларҙы күрһен. Мотлаҡ был эште башҡарығыҙ”, – тине Владимир Путин.

Фото  - https://contenta.info/press_releases/614787#scroll.

Сығанаҡ – https://www.bashinform.ru/feed .

Автор:
Читайте нас