+30 °С
Облачно
Милли проекттар
29 Февраля 2024, 06:30

Яңы мөмкинлектәр

Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылы мәктәп-интернаты уҡыусылары муниципаль, республика олимпиадаларында, конкурстарҙа, интеллектуаль уйындарҙа әүҙем ҡатнаша. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Яңы мөмкинлектәрЯңы мөмкинлектәр
Яңы мөмкинлектәр

Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылы мәктәп-интернаты уҡыусылары муниципаль, республика олимпиадаларында, конкурстарҙа, интеллектуаль уйындарҙа әүҙем ҡатнаша.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Үҫеш нөктәһе” үҙәге балаларға төрлө яҡлап үҫешергә мөмкинлектәр аса, тип хәбәр итә Краснокама районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә алынған ҡорамалдар балаларға яңы, заманса технологияларҙы ҡулланырға мөмкинлек аса. Уҡыусылар уларҙы информатика, математика, ОБЖ, технология дәрестәрендә әүҙем ҡуллана, шашка, шахмат уйындары уйнай.

Һөҙөмтәләр көттөрмәй. 11 класс уҡыусыһы Илдар Мусин Өфөлә үткән технология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһына саҡырылған.  “Йәш миллионерҙар” мәктәп командаһы шулай уҡ йыл һайын “Мозговой штурм” Бөтә Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Республика кимәлендә лә матур сығыш яһайҙар.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/702438#scroll.

Яңы мөмкинлектәр
Яңы мөмкинлектәр
Яңы мөмкинлектәр
Яңы мөмкинлектәр
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас