Владимир Путин тағы бер милли проект хаҡында белдерҙе.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Әле Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәште уҙҙы. Беҙ коронавирус пандемияһына тиклемге һандарға ҡайттыҡ. 2030 йылға уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәш тәшкил итергә тейеш, артабан һикһәнде уҙырға кәрәк. Бигерәк тә ауыл биләмәләренә, Рәсәйҙә ғүмер оҙонлоғо уртасанан түбән булған төбәктәргә иғтибар бүлергә кәрәк. “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проекты ошо бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта, кеше ваҡытын ғаиләһенә, яҡындарына, балаларына, ейәндәренә бүлә алһын өсөн, тап сәләмәт һәм әүҙем ғүмер оҙонлоғоноң артыуы мөһим”, – ти Владимир Путин.
Сығанаҡ – https://www.bashinform.ru/feed .