Байрам Бөрөлә үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы хәрби-патриотик клубы ялан кухняһында ҡайнар сәй һәм һалдат бутҡаһы менән һыйлай. Арыраҡ тамашасылар өсөн XVII быуат пушкаһы ҡуйылған. Бында шулай уҡ төрлө осорҙарға ҡараған ҡоралдар менән дә танышырға мөмкинлек бар.
Теләгән һәр кем маскировка селтәре үреүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Фестивалдә “Тегеү патриоты” ирекмәндәр клубы ла урын алған. Медицина-фармацевтика колледжы окоп шәмдәре эшләп күрһәтә. “Буревестник” спорт мәктәбе майҙансығында уҡтан атыу һәм гер спорты буйынса чемпиондар менән стендтар ҡуйылған. Мылтыҡтан атыу, гер күтәреү ҙә ойошторолған.
“Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелгән фестиваль барышында йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам булдырыуға тотонола, тип хәбәр итә Бөрө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/706530#scroll.