Парк “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндерелгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Затон биҫтәһендәге парк ғаилә менән ял итеү өсөн бик уңайлы. Реконструкция эштәренән һуң бында спорт, балалар майҙансыҡтары ойошторолған, аллеялар эшләнгән, сәхнә, заманса яҡтыртыу ҡорамалдары, видеокүҙәтеү ҡуйылған.
Бөгөн был – йәштәрҙең дә, әсәйҙәр һәм балаларҙың да, оло йәштәгеләрҙең дә яратҡан урыны. Халыҡтың һаҡсыл ҡарашы бигерәк тә ҡыуандыра, улар субботниктарҙа ла теләп ҡатнаша, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/701830#scroll.