Ишембайҙа IceFish 2024 ҡышҡы балыҡ тотоу фестивале үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Бишенсе юбилей фестивале Тәйрүк йылғаһы буйында үтә. Иң яҡшы балыҡсы исеме өсөн 43 кеше ярыша. Улар араһында Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан килеүселәр ҙә бар. Фестивалдә Австралия турисы Луи Дрейер ҙа ҡатнашты, балыҡ тотоп ҡараны, тип хәбәр итә Ишембай районының йәштәр эштәре буйынса комитеты.
“Мәғариф” милли проектының ”Социаль әүҙемлек” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ишембай ирекмәндәре лә ғаилә фестивален үткәреүҙә ярҙам итә.
Тәүге турға ике сәғәт ваҡыт бирелә, икенсеһенә 16 кеше үтә. Ярыш мәлендә балыҡ тотоусылар клубының тәжрибәле спортсылары оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә.
Тотҡан балыҡтарҙы үлсәп ҡарағас, еңеүселәр билдәләнә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/701731#scroll.