Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Денис Фәтихов эш бирсәткәләре етештерә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Эш башлар алдынан ул район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә егеттең идеяһы хуплау тапты, ул кәрәкле кәңәштәр бирелде, тип хәбәр итә Мәсетле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Адреслы социаль ярҙам күрһәтеү дәүләт программаһы аша йүнсел 350 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы ала, был аҡсаны ул тағы бер бәйләү станогы һәм уның өсөн запас частәр алыуға тотона.
– Бирсәткә етештереү – ҡыҙыҡ шөғөл, беҙҙең районда был эш менән булышҡан башҡа кеше юҡ. Тыуған еремде яратам, шуға ла ауылымдың, районымдың сәскә атыуын теләйем, – ти Денис.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/700375#scroll.