Башҡортостан урмансылары көҙҙән алып тубырсыҡ йыйыу менән мәшғүл. Был эш февраль аҙағына тиклем, тубырсыҡтар көн йылыһына асылғансы дауам итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2023 йылда урман өлкәһендә эшләүселәр биш тоннанан ашыу ағас орлоғо (3,5 тонна ҡарағай, 1,6 тонна шыршы, 37 килограмм ҡарағас, 310 килограмм япраҡлы ағастарҙың орлоҡтары) әҙерләгән.
Яҙын орлоҡтарҙы урман питомниктарына сәсәләр, ә ике йылдан үҫентеләрҙе урман фонды ерҙәренә ултырталар, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Белгестәр әйтеүенсә, орлоҡ әҙерләү урманды тергеҙеү һәм “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бурыстарын уңышлы үтәү эшендә бик мөһим.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/694493#scroll.