Ҡариҙел районы Абыҙ ауылында Рөстәм Ғәлимйәнов шиномонтаж оҫтаханаһы асырға йыйына.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был проект “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарала.
Рөстәм Ғәлимйәнов Абыҙ ауылында шиномонтаж оҫтаханаһы асырға йыйына. 2015 йылдан икмәк-ҡалас етештергән йүнсел был проектҡа ауыл халҡы һорауы буйынса тотонорға була. Гараж төҙөгән, кәрәкле ҡорамалдар алып, киткән сығымдың бер өлөшөн ҡаплау программаһында ҡатнашырға уйлай.
Эшҡыуарға ниәттәрен тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәбеҙ, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/700529#scroll.