Был сараларҙа 1400 кеше ҡатнашҡан.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы консультациялар үҙәге йыл башынан алып 37 районда ауыл эшҡыуарҙары өсөн семинарҙар үткәргән. Белгестәр муниципалитеттарға сығып, дәүләт ярҙамы программаларына индерелгән яңылыҡтар менән таныштыра. Мәғлүмәттәр “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән дәүләт ярҙамына ла ҡағыла, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Семинарҙар өсөн дәүләт ярҙамы темаһы һайланыуы осраҡлы түгел. Яҙ көнө ауыл хужалығы йүнселдәренә гранттар биреү буйынса конкурстар башлана. Тап ошо гранттар фермерҙарға, ауыл хужалығы кооперативтарына әүҙем эшмәкәрлек алып барырға, үҫешергә булышлыҡ итә, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
2024 йылда Башҡортостанда агросәнәғәт комплексында кесе бизнесҡа ярҙамға 416 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡаралған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/701266#scroll.