Федоровка районы Златоустовка ауылы халҡы хәҙер заманса бинала урынлашҡан ФАП-ҡа йөрөй.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
ФАП асылғандан алып унда 400 тапҡыр кеше килгән, уларҙың 40-ы диспансеризация үткән, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Диспансеризация – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының бер йүнәлеше. 18 – 39 йәштәгеләр уны өс йылға бер үтһә, ҡырҡ йәштән ололарға йыл һайын үтергә кәрәк.
Бина заманса стандарттар буйынса йыһазландырылған, бында йылы һәм һыуыҡ һыу, электр үткәрелгән. Фельдшер-акушер пунктын Рәйсә Нестерова етәкләй. Ул – халыҡ ихтирамын ҡаҙанған тәжрибәле белгес, дөйөм эш стажы 35 йыл тәшкил итә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/700636#scroll.