Бында 300-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән тамаша залы, күргәҙмә ойоштороу урыны, балалар өсөн уйнау бүлмәһе, китапхана, оҫтаханалар урын ала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән социаль-мәҙәни үҙәктең дөйөм майҙаны – өс мең квадрат метрҙан ашыу. Бында 300-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән тамаша залы, күргәҙмә ойоштороу урыны, балалар өсөн уйнау бүлмәһе, китапхана, оҫтаханалар урын ала.
Объекттың әҙерлеге 70 процентты тәшкил итә. Бинаның стеналары һалынған, ҡыйығы ябылған, тәҙрәләре ҡуйылған. Әле төҙөүселәр инженер селтәрҙәре үткәреү, кәрәкле ҡорамалдар алыу менән мәшғүл, тип хәбәр итә Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/695311#scroll.