+29 °С
Облачно
Милли проекттар
19 Февраля 2024, 07:37

Еңеүҙәр теләйбеҙ!

Салауат районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе яңы автобуслы булды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Еңеүҙәр теләйбеҙ!Еңеүҙәр теләйбеҙ!
Еңеүҙәр теләйбеҙ!

Салауат районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе яңы автобуслы булды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Яңы уңайлы автобус йәш спортсыларға республика кимәлендәге, унан да ситтә ойошторолған ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирер, тип хәбәр итә БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

3,9 миллион һум торған транспорт сараһы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә алына.

Автобус 16 кешегә иҫәпләнгән, хәүефһеҙлек ҡайыштары, ГЛОНАСС системаһы менән тәьмин ителгән.

“Ҙур һөҙөмтәләр күрһәткән спортсыларыбыҙҙың автопаркы яңырыуын күреү бик күңелле. Бөтә халыҡ исеменән Башҡортостандың Спорт министрлығына ҙур рәхмәт белдерәм. Спортсыларыбыҙға яңы еңеүҙәр теләйек”, – ти Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/697068#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас