+30 °С
Болотло
Милли проекттар
16 Февраль 2024, 11:03

Өфө районында ниндәй һөнәр буйынса белгестәр етешмәй?

Башҡортостандың 62 муниципаль берәмеге араһында район эш хаҡы күләме буйынса беренсе урында тора. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфө районында ниндәй һөнәр буйынса белгестәр етешмәй?Өфө районында ниндәй һөнәр буйынса белгестәр етешмәй?
Өфө районында ниндәй һөнәр буйынса белгестәр етешмәй?

Башҡортостандың 62 муниципаль берәмеге араһында район эш хаҡы күләме буйынса беренсе урында тора.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың 62 муниципаль берәмеге араһында Өфө районы эш хаҡы күләме буйынса беренсе урында тора. Ун ай эсендә район буйынса уртаса эш хаҡы 16,5 процентҡа артып, уртаса алғанда 74,5 мең һум тәшкил итә. 2030 йылға ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеү “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың маҡсатлы күрһәткестәренең береһе булып тора.

– Өфө районында кадрҙар етешмәй, 78 проценттан ашыу вакансия урыны эшсе һөнәрҙәренә ҡарай. Файҙалы ҡаҙылмалар алыу, ауыл хужалығы, эшкәртеү, ташыу, йыйыу өлкәләрендә эшләүсе кешеләр кәрәк, – ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Күҙаллауҙар буйынса, Өфө районында киләһе йылдарҙа төҙөлөш, мәғариф, машина төҙөү, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә белгестәр кәрәк буласаҡ.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/695706#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас