Федоровка районы Бала-Сытырман ауылында автояғыулыҡ станцияһы асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Хәҙер ауыл халҡына сифатлы яғыулыҡ артынан 25 саҡрым алыҫлыҡтағы район үҙәгенә йөрөү кәрәкмәй.
Тыуған ауылында автояғыулыҡ станцияһы төҙөү идеяһы менән шәхси эшҡыуар Дамир Шәрипов 2022 йылда “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килә. Район биләмәһендә юл буйы хеҙмәтләндереүен үҫтереүгә, шулай уҡ “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты күрһәткестәрен үтәүгә йүнәлтелгән проект хуплау ала, тип хәбәр итә Федоровка районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Район хакимиәте ер участкаһы бирә, йүнселгә инженер селтәрҙәрен тоташтырыуҙы тиҙләтеүҙә ярҙам итә.
Яңы ауыл модулле автояғыулыҡ станцияһы барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарына һәм стандарттарына яуап бирә. Эшҡыуар ике эш урыны булдырған, тыуған ауылы һәм эргә-тирәләге ауылдар халҡын яғыулыҡ менән тәьмин итә. Муниципаль-ара юлдан үтеүселәр ҙә бында яғыулыҡ һала ала.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/693736#scroll.