+30 °С
Болотло
Милли проекттар
14 Февраль 2024, 10:25

Һаулыҡ һағында

Үткән йылда Языково үҙәк район дауаханаһында заманса ҡорамалда ике меңдән ашыу гүзәл зат тикшерелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Һаулыҡ һағындаҺаулыҡ һағында
Һаулыҡ һағында

Үткән йылда Языково үҙәк район дауаханаһында заманса ҡорамалда ике меңдән ашыу гүзәл зат тикшерелгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Был – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ауырыуҙарҙы иртә стадияла күреп ҡалыу өсөн даими профилактик тикшереү үтергә кәрәк. Маммография һөт биҙҙәре яман шешен ваҡытында билдәләргә ярҙам итә. Ҡырҡ йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн маммография диспансеризация сиктәрендә үткәрелә.

– Хәстәханаға һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Заманса маммограф уңайлы, сифатлы, ышаныслы, пациенттың хәүефһеҙлеген тәьмин итә.  2023 йылда уның ярҙамында дүрт мең самаһы тикшереү үткәрелгән, – ти баш табип Алмас Заһиҙуллин.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/677544#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас